Салауат районынан Миннислам Вахитов өсөн был икенсе бейеклек. Уның алдағы маҡсаты – тағы ла бейегерәк нөктәләрҙе яулау.
Әҙерлек етди. Юлға палатка, альпинист ҡоролмалары, йылы кейем, ашамлыҡтар алына.
Был кадрҙарҙы күреү менән, күптәр тауға күтәрелгән үҙен иҫкә төшөргәндер. Ярты саҡрым бейеклектәге Торатауға менеү хатта, һау кеше өсөн дә ҙур һынау. Коляскала хәрәкәт итеүсе Миннислам Вахитов тауға альпинист ҡорамалдары ярҙамында арҡанға тотоноп менә. Эргәһендәге тәжрибәле инструкторҙар уға ярҙам итергә әҙер. Юлда осраған туристар ҙа геройҙы ҡеүәтләндерә.
Ниһайәт, уҙаман шихан түбәһендә. Төркөм тау башына 4 сәғәт күтәрелә. Был республикабыҙҙа тәүгә теркәлгән күренеш. Башта ҡатмарлыраҡ булып, ҡулдар талһа ла, һуңынан икенсе һулыш асылғандан булды, ти герой. 64 йәшлек һәүәҫкәр альпинист өсөн был беренсе бейеклек түгел. Быға тиклем ул Ирәмәлгә артылған. Киләсәктә Йөрәккүл үренә менергә хыяллана.
Шиханға күтәрелеү замандашыбыҙ өсөн хәйриә проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Башланғысты Рәсәйҙең Президент гранттары фонды финанслаған. Уның сиктәрендә тәбиғәт ҡомартҡыһы менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа таныша алды.
Йәйгеһен улар өсөн эскурсиялар ойошторолғайны. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта Торатауға күтәрелер өсөн баҫҡыс төҙөлә. Маршрут яҡтыртыу ҡоролмалары һәм эскәмйәләр менән йыһазландырыласаҡ. Яңыраҡ бында аҙ мобилле граждандар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу тәҡдиме индерелгәйне.
Рәзилә Ғиниәтуллина







