Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә урын алған үҙәктең эшмәкәрлеге менән бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, авиация кластерының индустрия директоры Анатолий Сердюков танышты.
Предприятиелағы етештереү-уҡытыу үҙәге былтыр эшләй башлаған. Әлеге уҡыу йылында бында 1 меңдән ашыу кеше һөнәр үҙләштерә. Улар араһында киләсәктә ошо берекмәгә урынлашырға теләүселәр ҙә, әле эшләп йөрөүселәр ҙә бар.
Икенсе категорияға ҡараған белгестәр яңы өҫтәмә һөнәр ала. Үҙәк 14 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй. Бында заманса лабораториялар, оҫтаханалар, уҡыу кластары урын алған. Хужалар әйтеүенсә, уҡытыу барышында өҫтөнлөк практикаға бирелә. Теоретик дәрестәр программаның 30 процентын ғына биләй.
Анатолий Сердюков үҙәктең эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Рәсәйҙә эшсе һөнәрәҙәргә ихтыяж ҙур, «Ростех» корпорацияһына йылына ғына 2 мең белгес талап ителә, тине индустрия директоры. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был үҙәк уникаль, ул машиналар эшләү тармағы өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләргә булышлыҡ итә. Киләсәктә бында урта һөнәри белем биреү учреждениеларының практикаһын ойоштороу ҙа ҡарала.
Рәмзиә Кәримова







