Шишмә районында «Йәйге Шайморатов уйындары» уҙғарылды

Ярыш “Авангард» йәштәрҙе хәрби-илһөйәрлек тәрбиәләү уҡыу-методик үҙәгендә ойошторолдо. Унда республиканың Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән кластар көс һынашты.

Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры кубогын яулар өсөн уҡыусыларға һынауҙар һыҙатын үтергә кәрәк ине. Чемпион исеменә кем лайыҡ булған? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Ҡығырау сыңы, китап һәм дәрестәр урынына «старт» һыҙығы. Шайморатовсылар класы уҡыусыларының был иртәһе башҡаларынан айырылып тора. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған малай-ҡыҙҙар Шайморатовсылар кластары өсөн ойошторолған «Геройҙар уҙышы»нда көс һынаша.

«Шайморатов уйындары» ике этапа үткәрелә. Тәүгеһендә һәр класс үҙе менән танышып видеояҙма төшөрһә, икенсе этап – «Геройҙар уҙышы». Ярыш маршруты йәш мөмкинлектәренән сығып билдәләнгән. Унда физик әҙерлек кенә түгел, командала эшләй белеү ҙә тикшерелә.

Башҡортостанда быйылғы уҡыу йылында 79 Шайморатов класы асылды. «Авангард» үҙәгендә ойошторлған ярышта шуларҙың 40-ы көс һынашты. Алтышар уҡыусынан торған командалар физик һәләттәрен һәм ҡыйыулыҡтарын күрһәтте. Һынауҙар трассаһы тәү ҡарашҡа ғына еңел һымаҡ күренә.

Һәр командаға һынауҙарҙы аңлатыусы инструкторҙан тыш, мәктәп уҡытыусылары беркетелгән. Улар балаларҙың төп дәртләндереп тороусыһы.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлығы миҫалында тәрбиәләнгән Шайморатовсылар иһә һынатмай.

«Йәйге Шайморатов уйындары»нда Күмертау ҡалаһының 10-сы мәктәбе уҡыусылары еңеүсе тип билдәләнде. Улар Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге күсмә кубокҡа лайыҡ булды. Еңеүселәрҙең бүләген ҡышҡы уйындар чемпионы 162-се “Смарт” полилингваль күп профилле мәктәбе директоры тапшырҙы.

Шулай уҡ иң яҡшы 20 команда исемлеге лә билдәләнде. Улар тулы составта 11 октябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында үтәсәк «Шайморатовсы»ларға бағышлау сараһында ҡатнашасаҡ.

Фото №1 - Шишмә районында «Йәйге Шайморатов уйындары» уҙғарылды

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ