Ултырышта Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. "Бөгөн ҡатмарлы әммә ҡыҙыҡлы мәл. Беҙ йәмғиәт өсөн яуаплыбыҙ, шуға аңлы булырға тейешбеҙ. Беҙҙең төп маҡсат эске теләктәшлекте һәм сәйәси берҙәмлекте һаҡлап ҡалыу", - тине Радий Хәбиров. Бөгөнгө ултырышта киләсәккә эш планы ҡаралды.
Илдә эшҡыуарлыҡ буйынса федераль проект старт алды. "Башҡортостанда Йәмәғәт Советы төҙөлдө. Унда эшҡыуарҙар, йәмәғәт ойошмалары, министрлыҡ һәм ведомстволарҙың да вәкилдәре индерелде", - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.
"Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзаһы Гөлнур Ҡолһарина һөйләй.
Радий Хәбиров Украиналағы махсус хәрби операциялы ҡатнашыусылар өсөн һәйкәл ҡуйырға тәҡдим итте. Унда халыҡтар дуҫлығы һүрәтләнергә тейеш.






