“Ауыл тренеры” программаһы буйынса спорт белгестәренә аҡсалата ярҙам була. Республика менән идара итеү үҙәге белгесе Зөлфиә Басырова программа шарттары менән таныштыра.
“Ауыл тренеры” программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2020 йылда булдырылды. Һуңғы ике йылда 54 спорт белгесе түләү менән файҙаланды һәм ауылда, йәки бәләкәй ҡалаларҙа эшкә ҡалды.







