Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 29-сы гуманитар ылау оҙатылды. 82 тонна төҙөлөш материалдары, мебель алып барыла. Уларҙың 30 тоннаһы Мариуполь ҡалаһына тәғәйенләнә. Артабан, колонна Красный Луч ҡалаһына йүнәлә. Луганск республикаһына янғын һүндереү машинаһы тапшырыла. Башҡортостан Донбассҡа 2 мең 300 тонна ярҙам оҙатты.







