Был турала социаль селтәрҙә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙа. - Юлдар төҙөлөшөн финанслау йыл һайын арта бара. Алдағы йылдарҙа ла күберәк аҡса бүленеүен көтәбеҙ. Юлсылар алдында ҙур маҡсаттар ҡуйылған, шул иҫәптән Ҡазан-Екатеринбург трассаһының бер өлөшө төҙөлөргә тейеш, - ти Радий Хәбиров. Башҡортостан аша М-5, М-7 һәм Өфө-Ырымбур федераль трассалары үтә. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо 795 километр.







