Бөгөн Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары сәйәси советта алдағы эш планын тикшерҙе.
Көн тәртибенә сығарылған мөһим мәсьәләләрҙең береһе – Башҡортостанда киләһе йылдағы һайлауға әҙерлек. Һайлаусыларға алдағы биш йылға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай составын һәм урындағы үҙидара органдарында депутаттар корпусын билдәләргә кәрәк.
2024 йылда Башҡортостан етәксеһе менән Рәсәй президенты һайланасаҡ. Радий Хәбиров сәйәси советта һайлау кампанияһына старт биреп, һайлау алды штабын булдырырға ҡушты. Бынан тыш, төбәк башлығы республикала махсус хәрби операция геройҙарына халыҡтар дуҫлығы идеяһын сағылдырған һәйкәл асыу тәҡдимен индерҙе. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла төрлө милләт вәкилдәре Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған, хәҙер ҙә шулай, тине Радий Хәбиров.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең киңәйтелгән ултырышында махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу осраҡлы ғына тикшерелмәне. Сөнки осрашыуҙа ҡатнашыусылар халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлауға йүнәлтелгән проекттарҙы хуплай, ҡаһарманлыҡ тураһындағы хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлай. Партия ағзалары башҡа өлкәләрҙә лә эшмәкәрлекте әүҙемләштерергә йыйына, шул иҫәптән Донбасс менән берлектә.




