Бөгөн Донбассҡа янғын һүндереү техникаһы оҙатылды

Донбассҡа оҙатылған гуманитар колонна составында 14 кеше һәм 8 берәмек техника.

Йөк составында – 82 тоннанан ашыу төҙөлөш материалдары, мебель, уларҙың бер өлөшө Петровское ҡалаһындағы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөткән 22-cе мәктәпте төҙөкләндереүгә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ Красный Лучҡа янғын һүндереү техникаһы ла ебәрелә. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Красный Луч ҡалаһына «Урал» базаһында ҡоролған янғын һүндереү машинаһы оҙатыла. Ҡеүәтле техника Башҡортостан предприятиеларының береһендә иҫәптә булған, күптән ҡулланылмаған. Ремонттан һуң уның янғын-техник ҡоралланыуы көсәйтелгән. Шулай уҡ өҫтәмә ярҙам булараҡ ҡотҡарыусыларға махсус экипировка, каскалар ҙа ебәрелә.

Донбассҡа иҫәп буйынса 29-cы гуманитар ылау юлға сыға. Водителдәр ҡуҙғалыр алдынан ғәҙәттәгесә, инструктаж үтте. Йөк машиналарында Петровское һәм Мариуполь ҡалаларындағы социаль объекттар һәм инфраструктураны тергеҙеүгә төҙөлөш материалдары ла тупланған.

Бөгөнгәсә Башҡортостан Донбассҡа барлығы 2 мең 300 тонналыҡ гуманитар ярҙам күрһәткән. Сираттағы ылауҙар Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында йәшәүселәрҙең ихтыяжынан сығып тупланасаҡ.

Фото №1 - Бөгөн Донбассҡа янғын һүндереү техникаһы оҙатылды

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ