Рәсәй Президенты грантына – китап

«Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым» тип исемләнгән тарихи -генеалогик баҫма Ғафури районы Юлыҡ ауылының быуаттар төпкөләнән килгән тарихын һәм бөгөнгөһөн яҡтырта.

Тиражы 500 дана менән сыҡҡан китап документаль материалдар, иҫтәлектәр, архив һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы ғаилә династиялары хаҡында публицистик мәҡәләләр менән байытылған. Ул тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, нәҫел ебен барлаусылар өсөн төплө мәғлүмәт сығанағы булып тора.

16 сентябрҙә Ғафури районы мәҙәниәт йортонда ғалимдар, архив хеҙмәткәрҙәре, китап сығарыуҙа әүҙемлек күрһәткән ауыл кешеләре ҡатнашлығында ғилми-ғәмәли конференция сиктәрендә «Ауылҡайым, минең Юлыҡҡайым « китабының исем туйы үтә.

Фото №1 - Рәсәй Президенты грантына – китап

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ