Төбәк башлығы социаль селтәрендә даими алып барған рубрикаһының сираттағы геройы, спортсы Миңлевасик Абдуллин тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты.
Миңлевасик Ғатаулла улы республикала билдәле йүгереүсе, үҙенең спорт карьераһында экватор оҙонлоғонан бер ярым тапҡырға тиерлек күберәк арауыҡты үтте. Замандашыбыҙ еңел атлетика буйынса СССР-ҙың ике, Рәсәйҙең алты тапҡыр чемпионы, педагогика фәндәре кандидаты кеүек абруйлы исемдәргә лайыҡ булған.
Өҫтәүенә, ул мең, мең ярым, өс һәм биш мең метрға йүгереүҙә БАССР-ҙың дүрт рекордын ҡуйған. Бынан тыш, 3 саҡрымлыҡ арауыҡтағы рекордты бына инде 49 йыл дауамында бер кем дә уҙа алмай. Миңлевасик Ғатаулла улы, һеҙгә һәм бөтәһенә лә сәләмәтлек теләйем, - тип яҙған Радий Хәбиров.
Әйткәндәй, Миңлевасик Абдуллин 76 йәшлек сағында ла яҡшы спорт формаһында. Ул күтәренке кәйефе, рух ныҡлығы менән һоҡландыра. Спорт ветераны тыуған Йәрмәкәй районында йыл һайын «Сәләмәтлек уҙышы» ойоштора. Был юлы ла сара төбәк халҡын бергә йыйҙы. Оло йәштәгеләр хатта, скандинав йөрөү буйынса тиҙлеккә көс һынашты.
Азат Ғәлиуллин







