Башҡортостан башлығы Өфө юридик институты етәксеһе менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы

ВУЗ етәксеһе вазифаһын полиция полковнигы Виорел Флоча биләне.

Әлегә тиклем ул Эске эштәр министрлығының Нижегородка академияһында эшләгән. Осрашыуҙа коллектив алдында торған бурыстар тураһында һүҙ барҙы. Институт тикшереү, енәйәти эҙәрлекләү, коррупцияға ҡаршы көрәш, иҡтисади хәүефһеҙлек бүлексәләре, шулай уҡ полицияның участок уполномоченныйҙары өсөн белгестәр әҙерләй. Уҡыу йортон барлығы 10 меңдән ашыу кеше тамамлаған.

Фото №1 - Башҡортостан башлығы Өфө юридик институты етәксеһе менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ