Киләһе аҙнала Өфөнөң «Киләсәк төҙөлөшө» паркында донъя автосәнәғәте легендалары күргәҙмәһе үтә

Күләмле экспозицияны Башҡортостан Хөкүмәте «Ретро-гараж» музейы менән берлектә ойоштора.

Сарала 82 төр тарихи техника менән танышырға мөмкин. Улар иҫәбендә «Москвич», «ГАЗ», «Волга» машиналары, «ЗИС» автобусы, «Днепр» һәм «Ява» мотоциклдары. Шулай уҡ майҙансыҡта «Мерседес», «Ford», «Packard» һәм башҡа марка автомобилдәрҙең моделдәре бар.

Халыҡ иғтибарына тәҡдим ителгән эскпонаттарҙың барыһы ла донъя автосәнәғәте тарихында мөһим роль уйнаған. Коллекциялағы машиналарҙың күбеһе техник яҡтан төҙөк, иҫәпкә ҡуйылған. Араларында автоуҙышта ҡатнашҡандары ла бар.

Музейҙа йөҙҙән ашыу экспонат – ябай тормошта осрамаған автомобилдәр һаҡлана. Бик ҙур һәм ҡиммәтле коллекция. Ваҡытында аҙ күләмдә генә сығарылған «Волга» моделе, 108 йыл элек ҡоролған Форд модел Ти, Германияның тәүге федераль канцлеры Аденауэр исемен йөрөткән Мерседес, «Чайка»лар менән танышырға була.

Ярослав Кислов, музей хеҙмәткәре
Фото №1 - Киләһе аҙнала Өфөнөң «Киләсәк төҙөлөшө» паркында донъя автосәнәғәте легендалары күргәҙмәһе үтә

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ