Берәүҙәр икмәк бешерә, йәшелсә үҫтерә, икенселәр үҙен тракторсы булараҡ һынап ҡарай. Донъя чемпионы титулына эйә Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Тимур Кәримов тренерлыҡ буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙе.
Спорт йүнәлешендәге 5-се республика мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәренә ул күнекмә үткәрҙе. Дәресте БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ла күҙәтте.
Ҡағыҙ менән ручка урынына бөгөн уның ҡулында – бокс бирсәткәләре. Тимур Кәримов өсөн тренер роле яңылыҡ түгел. Дәүләт хеҙмәте юлына баҫыр алдынан, ул профессиональ рәүештә көнсығыш көрәш сәнғәте менән шөғөлләнғән. Уның иңендә - Донъя чемпионы титулы һәм күп йыллыҡ тренерлыҡ эшмәкәрлеге. Бынан тыш, төрлө яҡтан өлгөргән дәүләт власы вәкиле юрист һөнәренә лә эйә. Спортта тәрбиәләнгән сыҙамлыҡ һәм тәртип етәкселек эшендә лә ярҙам итә, тип иҫәпләй ул.
Күнекмә классик бокс менән шөғөлләнгән йәш спортсылар менән үтте. Техникала айырмалар булһа ла, көнсығыш көрәш элементтары ла улар өсөн ят түгел. Төркөмдә бокс буйынса республика чемпиондары ла бар. Күптәре киләсәк тормошон ошо спорт төрө менән бәйләмәксе.
Сара тренер һөнәре абруйын арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Уларға, әйткәндәй, республикала ихтыяж юғары. Был бигерәк тә ауыл ерендәге майҙандарға ҡағыла. Бөгөн төбәктә спорт буйынса тренер урынына 28 кеше дәғүә итә ала, физкультура уҡытыусылары өсөн 24 вакансия тәҡдим ителә.
«Ауыл тренеры» программаһы буйынса быйыл 50 белгес матди ярҙам аласаҡ. Аҡсаны билдәле маҡсаттарҙа ғына файҙаланып була. Башҡортостан ил төбәктәре араһында проектты тәүгеләрҙән булып тормошҡа ашыра. Республиканың спорт киләсәге тренерҙар ҡулында булыуын иҫәпкә алғанда, программа юғары һөҙөмтә бирер тигән ышаныс көслө.
Рәзилә Ғиниәтуллина







