Мисс титулы тажы – башҡорт ҡыҙында

Өфөнән 20 йәшлек Ильмира Сәлимова «Нева һылыуҡайы» Халыҡ-ара матурлыҡ һәм оҫталыҡ бәйгеһендә уңышлы сығыш яһап, еңеүселәр исемлегенә инде.

Рәсәйҙә инвалид коляскала йөрөгән гүзәл заттар араһында конкурс 2016 йылдан алып уҙғарыла. Яҡташыбыҙ күләмле сараға етди әҙерләнеп, финалда ҡатнашыу хоҡуғын алғайны. Фестиваль сиктәрендә ул махсус рәүештә тектерелгән милли кейемдә «Ете ҡыҙ» риүәйәтен туған телдә һөйләне.

Шулай уҡ коляскала килеш башҡорт көйөнә бейеп күрһәтте. Ильмира Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курсы студенты, менеджер һөнәрен үҙләштерә.

Фото №1 - Мисс титулы тажы – башҡорт ҡыҙында

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ