Мәскәүҙә беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов етәкселегендә форумдың программа комитеты ултырышы уҙҙы. “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы 5 көн дауамында бара. Унда ҡатнашыусылар һәм халыҡ өсөн дә бай йөкмәткеле программа әҙерләнгән. Республика Транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов һөйләй.
“Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара форумы 18-22 сентябрҙә үтә. Төп саралар Рубеж урамындағы “Конгресс” паркы биләмәһендә ойошторола.







