Бөгөн Рафиҡ Сәлмәновтың тыуыуына 105 йыл. Өфөлә билдәле композитор йәшәгән йортҡа ҡуйылған мемориаль таҡтаташ янына сәскәләр һалынды. Иҫкә алыу сараһында танылған сәнғәт эшмәкәренең туғандары, яҡындары, мәҙәниәт министрлығы, ҡоролтай вәкилдәре ҡатнашты. Композиторҙың улы Салауат Сәлмәнов атаһы тураһында иҫтәлектәр менән уртаҡлаша.







