Йәмәғәт палатаһында төбәктә йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырыш үтте

Һөйләшеүҙә идарасы компания, ҡала хакимиәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы вәкилдәре күп фатирлы йорттарҙа йылытыу өсөн иҫәпләшеү юлдары буйынса фекер алышты.

1 сентябрҙән Рәсәй буйынса дөйөм йорт ихтыяждары өсөн түләү тәртибе үҙгәрҙе. Күп фатирлы торлаҡта йәшәгән милекселәр коммуналь ресурстарға сарыф ителгән сумманы тулы күләмдә үҙҙәре ҡаплай башлай.

Граждандарға торлаҡты хеҙмәтләндереүсе ойошма етәкселеге менән йыйылыш үткәреп, һуңғы бер йылда дөйөм йорт ихтыяждары өсөн киткән сығымдарҙы асыҡлау маҡсаты ҡуйылды.

Фото №1 - Йәмәғәт палатаһында төбәктә йылытыу миҙгеленә әҙерлек мәсьәләләре буйынса ултырыш үтте

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ