Өфөләге торлаҡ йорттарҙы, социаль һәм сәнәғәт биналарын йылылыҡ һәм ҡайнар һыу менән тәьмин итеүсе БашРТС объекттарында журналистар өсөн матбуғат туры ойошторолдо. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.
Журналистарҙы таныштырыу өсөн икенсе йылылыҡ электр станцияһы юҡҡа ғына һайланмаған. Был объект Башҡорт генерация компанияһыда ҡеүәте буйынса Ҡарман ГРЭС-ынан ҡала икенсе урынды биләй. Икенсе ТЭЦ Өфөнөң яртыһын, ИНОРС, Сипайлово, Черниковка биҫтәләренең ҙур өлөшөн, Октябрь проспектындағы торлаҡ йорттарҙы һәм сәнәғәт предприятиеларын йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итә.
Бөтә мәғлүмәт тәүлек әйләнәһенә ошо үҙәк идара пунктында мониторҙарҙа күрһәтелә, әҙ генә үҙгәрештәргә лә хеҙмәткәрҙәр етди иғтибар бүлә һәм аварияларҙы кисектереү маҡсатында тейешле ҡарар ҡабул итә.
Яңыртыу саралары знергетикаға яңы һулыш өҫтәй. Пар һәм газлы цикл ярҙамында юғары баҫым аҫтында турбинаға газ бирелә, электр энергияһы етештерелә, пар һыуҙы ҡайната, өҫтәмә турбина һыуҙы әйләндерә. Юғары КПД-лы цикл яғыулыҡты экономияларға һәм тарифтарҙы арттырмаҫҡа булышлыҡ итә, ти белгестәр.
Рәсәй урамындағы 556-сы үҙәк йылылыҡ пунктында 2016 йылда реконструкция үткәрелгән. Был йылытыу тәьминәтенең ышаныслы эшләүенә булышлыҡ иткән. Был йылылыҡ пунктына 34 объект: 27 торлаҡ йорт, балалар баҡсаһы, 6 учреждение тоташтырылған. 7 мең ярымдан ашыу кеше хеҙмәтләндерелә.
Етештерелгән энергияны юғалтмау маҡсатында йылылыҡ магистраленә капиталь ремонт башҡарыла. 30-сы йылылыҡ магистралендә капиталь ремонт майҙа башланған. Был участокта 489 метрҙа иҫке торбалар алмаштырылған. Ремонт эштәре эҫе һыуҙы алмайынса үтәлгән. Бының өсөн махсус линиялар ҡоролған. Транспорт хәрәкәте көсөргәнешле, торлаҡ төҙөлөшө тығыҙ булғанлыҡтан капиталь ремонт ике этапта башҡарылған.
Быйыл 13 825 метр оҙонлоҡтағы йылылыҡ селтәрҙәренә капиталь ремонт, төҙөлөш, реконструкция эштәре башҡарылған. Гидравлик һынауҙарҙан сығып 34 ҡаҙанлыҡ, 224 үҙәк йылытыу пунктттары ремонланған.
Көҙгө һәм ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙерлек сиктәрендә Өфөнөң икенсе ТЭЦ-ында генерациялаусы һәм ярҙамсы ҡорамалдар яңыртыла. 8-се турбоагрегатта капиталь ремонт башҡарылған, 6-сы пар ҡаҙанлығына капиталь ремонт үткәрелә.
Йылытыу станцияһының боронғо объект икәнен иҫәпкә алып, ҡорамалдарҙы тотҡарлыҡһыҙ эксплуатациялау маҡсатында деталдәр һәм узелдар даими алмаштырыла, кәрәк осраҡта модернизациялана.
Үткән быуаттың 40-сы йылдарында ҡоролған пар-көс ҡорамалы 2011 йылда яңы пар-газ блогына алмаштырылған һәм ул энергия етештереүҙе бермә-бер күтәргән, экологияға ла зыяны юҡ. Һәм тап ошо залдан Башҡортостан энергетикаһының йылъяҙмаһы башлана ла инде.
Гүзәл Борханова




