Башҡортостанда һуң өлгөрә торған культураларҙы йыйыу башланды

Атап әйткәндә, республика аграрийҙары кукуруз баҫыуына төшкән. Был – ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү эштәренең бер өлөшө. Ҡырмыҫҡалы районы баҫыуҙарын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғинәитуллина иңләне.

Предприятие баҫыуҙарында – «Пионер» сорты. Ул үҙенең тештәрҙе хәтерләткән орлоҡтары менән үҙенсәлекле. Бынан тыш, культура төрлө тәбиғәт шарттарында юғары уңдырышлылығы менән айырыла.

Климат тура килмәгәнлектән, кукуруз орлоғо республикала етештерелмәй. Уны ситтән һатып алырға тура килә. «Артемида» предприятиеһында башлыса Америка сорттарын ултырталар. Сағыштырмаса уның сәкәне лә ҙурыраҡ, ҡоротҡостарға бирешмәй , ҡатмарлы һауа шарттарына ла яраҡлашҡан.

Яҙ аҙағы ямғырлы булыу сәбәпле, ауыл эшсәндәренең йылы яратҡан культураны сәсеү эштәре тотҡарланған. Йәйгеһен һауа шарттары ҡәнәғәтләнерлек булмаһа ла, мал аҙығы етерлек кимәлдә әҙерләнергә тейеш. Баҫыуҙа эшләгән ике трактор көнөнә 1200 тонна уңыш йыя. Әлегә гектар ҡеүәте 250 центнер тәшкил итә. Әммә һөҙөмтәләрҙе барларға әлегә иртәрәк.

Ашлама менән ағыулы химикаттарға ҡытлыҡ юҡ. Уларҙың күп өлөшө менән ойошманы республика предприятиелары тәьмин иткән. Ауыл хужалығы республикала тәүгеләрҙән булып ике йыл рәттән яңы технология файҙаланған. Сәсеү комплексы орлоҡ һәм ашламаны бер үк ваҡытта ер ҡуйынына индерә. Был эште тиҙерәк тамамларға булышлыҡ итеп, уңдырышлылыҡты арттыра.

Урып алынған уңыш фермалағы силос ямдарына оҙатыла. Техника менән баҫылып, консервацияланған йәшел масса 5 йылға тиклем һаҡлана ала. Юғары сифатлы һөт алыр өсөн, кукуруз – алыштырғыһыҙ мал аҙығы. Быйылғы сәкәндәрҙә крахмал миҡдары күп булыуын иҫәпкә алғанда, һөт күләме лә юғары булмаҡсы.

Фото №1 - Башҡортостанда һуң өлгөрә торған культураларҙы йыйыу башланды

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ