Шаран районы Яңы Тамъян ауылында йәшәүсе Ҡорбанғәлиевтар 12 гектар ерҙә бойҙай үҫтерә

Шаран районы Яңы Тамъян ауылында йәшәүсе Ҡорбанғәлиевтар 12 гектар ерҙә бойҙай үҫтерә. Быйыл 12 тонна ашлыҡ алғандар. Ғаилә ер эшкәртеү өсөн бөтә кәрәле ауыл хужалығы техникаһын һатып алған. Әле улар 2 гектар ер биләмәһен үҫкән ағастарҙан таҙарта.

Колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Мозаһит Ҡорбанғәлиев малсылыҡ эшен дауам итә. Кукуруз, ҡабаҡ, шәкәр сөгөлдөрөн ашатҡан һыйырҙарҙың һөтө тәмле була, ти хужа. Көн һайын 60 литрға яҡын аҡ алалар. Эште еңеләйтеү өсөн һауын аппараты ҡулланыла. Һөт продукцияһын яҡташтарына, Ҡандра ауылына көн аша алып барып һатып аҡсаға әйләндерәләр.

Бар яҡлап та уңған Ҡорбанғәлиевтар эшләп арығандан һуң гармун моңдарын тыңлап ял итергә күнеккән. Ғаилә башлығы Аксен ауыл хужалығы техникумында уҡығанда һатып алған гармунында моңло көйҙәр уйнарға әүәҫ.

Фото №1 - Шаран районы Яңы Тамъян ауылында йәшәүсе Ҡорбанғәлиевтар 12 гектар ерҙә бойҙай үҫтерә

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ