Баймаҡта 3-сө мәктәп эргәһендә ял урыны булдырыла

«Уңайлы ҡала мөхите». “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите» федераль программаһы сиктәрендә Баймаҡ ҡалаһы үҙгәрештәр кисерә. 3-сө мәктәп эргәһендә ял урыны булдырыла.

Үҙәктә урынлашҡан белем усағы янындағы биләмәлә ремонт эштәре апрель айында башлана. Быға тиклем буш ятҡан урын хәҙер танырлыҡ түгел. Физик күнекмәләр өсөн тренажер ҡоролмалары ҡуйылған, спорт уйындары өсөн майҙансыҡ әҙерләнә. Әле «Уралспецстрой» яуаплылығы сикләнгән ойошма эшселәре хәүефһеҙ резина япмалары түшәү менән мәшғүл.

Әле волейбол һәм баскетол майҙансыҡтарына резина япмаһы түшәлә. Шулай уҡ балалар уйын майҙанысығы йыһазландырыла, воркаут ҡоролмалар ҡуйыла. Хәүефһеҙлек өсөн һәр майҙансыҡ кәртәләнә.

Альберт Ситдиҡов, участка етәксеһе

Урындағылар ял итеү урынын сафҡа инеүен түҙемһеҙләнеп көтә. Сентябрь аҙаҡтарында уның файҙаланыуға тапшырылыуы күҙаллана. Майҙансыҡ балаларға уйнарға, халыҡҡа ял итергә, спорт менән шөғөлләнергә яңы мөмкинлектәр асасаҡ.

Зауыҡлы ҡала мөхите – ул биләмәне төҙөкләндереү генә түгел, урында дәүләт программаһы буйынса хәүефһеҙлек, уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән дә эштәр ҡаралған.

Фото №1 - Баймаҡта 3-сө мәктәп эргәһендә ял урыны булдырыла

Альбина Байегетова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ