Ҡурайҙа, ҡубыҙҙа халыҡ моңдарын башҡарыу һәм өзләү оҫталығы өсөн Йомабай Иҫәнбаев исемендәге приз 1978 йылда Башҡорт АССР-ы мәҙәниәт министрлығы тарафынан булдырыла.
1991 йылдан алып конкурс арҙаҡлы ҡурайсының тыуған ере – Хәйбулла районында үткәрелеп, унда Башҡортостандың төрлө райондарынан һәм күрше өлкәләрҙән халыҡ таланттары ҡатнаша. Әле конкурсҡа илебеҙҙең төрлө тарафтарынан ҡурайсылар килә башлаған да инде.
Шуларҙың береһе – Йошкар-Ола ҡалаһында йәшәүсе 80 йәшлек Муса Нурдәүләтов. Үл ғүмеренең 60 йылын сит республикала йәшәгән. Шуға ҡарамаҫтан күп йылдар дауамында үҙ ҡулдары менән ҡурай эшләү буйынса билдәле оҫталарҙың береһе. Муса Сотлтанморат улы конкурста үҙенең милли музыка ҡоралы менән тамашасы күңелен әсир итегә йыйына.




