Сара видеобәйләнеш форматында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендә үтте.
Һөйләшеү башлыса торлаҡ һәм юл төҙөлөшө һорауҙарына арналды. Вице-премьер илдә торлаҡ төҙөлөшөнөң әүҙем алып барылыуын билдәләне. Күләмде артабан да арттырыу һәм милли маҡсаттарға өлгәшеү өсөн муниципалитеттарға эште планға ярашлы үтәү кәрәклеген белдерҙе.
Тәү сиратта был ер участкаларын тейешле инфраструктура менән тәьмин итеүгә ҡағыла. Әйткәндәй, республикала йыл башынан ике миллион квадрат метрға яҡын торлаҡ сафҡа ингән. Күрһәткес былтырғы менән сағыштырғанда, 9 процентҡа күберәк. Был йәһәттән Башҡортостан илдә етенсе баҫҡысты биләй. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты бөгөн Өфө, Яңауыл, Учалы ҡалаларында уңышлы тормошҡа ашырыла.
Азат Ғәлиуллин




