Өфөлә «Бала саҡҡа ҡайтыу» фестивале башланды

Өфөлә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы социаль адаптациялау буйынса «Бала саҡҡа ҡайтыу» фестиваленә старт бирелде.

Сараны асыу тантанаһында Волга буйы федераль округы төбәктәренән йыйылған 400-ҙән ашыу малай-ҡыҙ ижади оҫталығын күрһәтте, ҡул эштәре күргәҙмәһен ойошторҙо. Фестиваль сиктәрендә етем блаларға спорт ярыштары, билдәле кешеләр менән осрашыуҙар һәм экскурсия үткәреү күҙаллана. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Башҡортостан командаһына ҡаршы Киров өлкәһенән килгән үҫмерҙәр ярыша. Беҙҙекеләр һынатмай. Тәүге сетта уҡ 16 мәрәй йыя. Волейболда беренсе урын яулар өсөн 11 команданы еңергә кәрәк. Спорт ярышы «Бала саҡҡа ҡайтыу» фестивале сиктәрендә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә уҙғарыла.

Спорт ярыштарынан тыш, шашка, өҫтәл теннисы, футбол буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү планлаштырылған. Дәрестәрҙе профессиональ спортсылар үткәрәсәк. Улар туп менән эш итә белеү техникаһын, шашка уйнау серҙәренә төшөндөрәсәк.

Александр Крымов, «Феникс» үҙәге директоры, спорт ярыштарын ойоштороусы

«Бала саҡҡа ҡайтыу» фестивале сиктәрендә тағы баскетбол, шашка, өҫтәл теннисы, футбол буйынса ярыштар үтә. Уларҙың барыһында ла Волга буйы федераль округынан йыйылған 200-ҙән ашыу бала ҡатнаша. Ҡалған ҡунаҡтар - көйәрмәндәр. Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балалар өсөн Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр үткәрелгән сараға 14 төбәктән 400-ҙән ашыу малай-ҡыҙ йыйылған.

Дүрт көнгә иҫәпләнгән сара Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында үткәрелә. Фестивалде асыу тантанаһы «Башҡортостан» концерт залында ойошторолдо. Фойела балаларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе менән дә танышырға мөмкин ине.

Барлыҡ ҡул эштәре лә шәп. Балалар тырышып эшләгән, төрлө техника ҡулланғандар. «Бала саҡты ҡайтарыу» фестивалендә «ҡул эштәре», «интеллектуаль уйын» кеүек күп кенә конкурстар йолаға әйләнде. Улар менән бер рәттән быйыл тәүге тапҡыр аш-һыу оҫталарын да билдәләйәсәкбеҙ.

Олег Машковцев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары

Етем балалар шатлыҡҡа, тулы ғаилә бәхетенә ирешә алмай, яҙмыш уларҙы иң ҡәҙерле кешеләренән айырған, шуға күрә был сара уларға ярҙам күрһәтеү һәм социаль адаптациялау маҡсатында уҙа. Һәр бала бәхетле булыуға хаҡлы.

Фото №1 - Өфөлә «Бала саҡҡа ҡайтыу» фестивале башланды
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ