Башҡортостанда газ яғыулығы тултырыу станциялары һәм газ баллондары етештереү заводы төҙөлә

Башҡортостанда газ яғыулығы тултырыу станциялары һәм газ баллондары етештереү заводы төҙөлә

Петербург халыҡ-ара газ форумы барышында Республика Хөкүмәте һәм “ГазРесурс” компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа ярашлы, Башҡортостанда 1 миллиард 400 миллион һумлыҡ өс инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Компания республикала йыл һайын ике газ яғыулығы тултырыу станцияһын төҙөй, Благовещен ҡалаһында автомобиль транспорты өсөн газ баллондары сығарыу заводы барлыҡҡа киләсәк. Әле инвестор Учалыла фанера етештереү ойошмаһын асҡан. 

Фото №1 - Башҡортостанда газ яғыулығы тултырыу станциялары һәм газ баллондары етештереү заводы төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ