Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы Хөкүмәт ҡарары проектын йәмәғәт тыңлауына сығарҙы. Документҡа ярашлы, хәрби операцияла һәләк булған ирекмән һалдат ғаиләһенә 2 миллион һум түләргә тәҡдим ителә. Тәҡдимдәр 19 сентябргә тиклем ҡабул ителә. Быға тиклем республикала һәләк булған хәрбиҙәр ғаиләләренә компенсация түләү тәртибе раҫланды. Башҡортостанда Рәсәй Геройҙары Миңлеғәли Шайморатов һәм Александр Достовалов исемендәге ирекле батальондар ойошторолдо. Әле ирекмән һалдаттар махсус операция биләмәһендә хәрби хеҙмәттә.







