Бөгөн Шишмә районында "Патриот" хәрби-илһөйәрлек паркында Рәсәй геройы Максим Серафимов хөрмәтенә стела асылды. Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. - Барыбыҙ ҙа уның ҡаһарманлығы тураһында белә. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ. Бөгөн Тыуған илде һаҡлаусы меңәрләгән беҙҙең егеттәр менән ғорурланабыҙ. Өс исемде атайым. Максим Серафимов - рус, Тамерлан Илһамов - башҡорт, Игорь Нәсибуллин - удмурт. Өсөһө лә Рәсәй Геройы, өс милләттән. Бөтә республика һәм бөтә ил азатлыҡ өсөн көрәшә, - тине Радий Хәбиров.







