Билдәле булыуынса, Чечен республикаһы етәксеһе Рамзан Ҡадиров был аҙнала, һәр субъект бер мең ирекле хәрби әҙерләргә һәләтлелер, тип белдергәйне.
Башҡортостан башлығы был идеяны хупланы. Сөнки бөгөн һәр кемдең төп бурысы – махсус хәрби операцияға булышлыҡ итеү, тигән Радий Хәбиров. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Миңлеғәле Шайморатов һәм Александр Доставалов исемендәге ике батальоны алғы һыҙыҡта, махсус хәрби операцияла ҡатнаша, тип белдерҙе ул. Ә йөҙәрләгән яҡташыбыҙ бер нисә ай инде «Барс» отрядында һәм башҡа подразделениеларҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә.
Төбәктәрҙә иҡтисади һәм социаль тотороҡлоҡто тәьмин итеү, шул уҡ ваҡытта ике йүнәлешкә – тыуған иле өсөн көрәшкән хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә һәм алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға һәр яҡлап ярҙам итеүгә айырым иғтибар биреү мөһим. Уларға иҡтисади, гуманитар ярҙам күрһәтергә, техник тәьминәт йәһәтенән булышырға кәрәк, тип билдәләне Башҡортостан башлығы.







