2024 йыл аҙағына тиклем республикала өс газ тултырыусы компрессор станция эшләй башлай

Был хаҡта Башҡортостан менән «ГазРесурс» йәмғиәте Санкт-Петербурга уҙған халыҡ-ара газ форумында килеште. Инвестиция күләме 270 миллион һум.

Бынан тыш, предприятие Благовещенда газ баллоны етештереү заводы, Өфөлә торлаҡ комплексы, еңел автомобилдәр өсөн амортизаторҙар заводы, Учалы районында фанер һәм юнысҡы плитәләре етештереү заводы төҙөргә, баҡыр колчеданы, тимер мәғдәне, газ конденсаты ятҡылыҡтарын эшкәртергә ниәтләй. Әле компания 1,3 миллиард һумлыҡ инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашыра.  

Халыҡ-ара газ форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән Салауат катализатор заводы «Онтаҡ силикагель етештереүҙе ойоштороу» проектын тормошҡа ашырыу буйынса инвестиция килешеүенә өҫтәмә килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ул инвестицияларҙы 546 миллион һумға тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота.

Завод 2020 йылдың ноябрендә эшләй башланы, уның маҡсаты – сит илдә етештерелгән онтаҡ силикагелде алмаштырыу. Башҡортостан быйылғы газ форумында айырым стенд ҡуймаҫҡа ҡарар итте, әммә унда республика предприятиелары әүҙем ҡатанаша.

Фото №1 - 2024 йыл аҙағына тиклем республикала өс газ тултырыусы компрессор станция эшләй башлай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ