Бөгөндән ҡулаҡса һәм банк картаһы менән иҫәпләшкәндә ҡала электр транспортында йөрөү 25 һумдан 30 һумға күтәрелгән.
Ә инде «Алға» транспорт картаһы менән хаҡ 3 һумға күтәрелде. Хәҙер ул 25 һум. Мәктәп уҡыусылары өсөн яңы хаҡ 15 һум күләмендә билдәләнгән. Ҡала хакимиәте был туралағы ҡарарҙы быйыл йәй ҡабул иткәйне.







