Яңы уҡыу йылында Баймаҡ районы мәктәптәрендә 8 педагог хеҙмәт юлын башланы. Ҡаланың икенсе мәктәбе коллективы ике уҡытыусы менән тулыланды.
Бишенселәр рус теле һәм әҙәбиәте дәресен көтөп ала. Сөнки быйыл был дәресте уларҙа йәш уҡытыусы алып бара. Айгүзәл Һамарбаева Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын тамамлағас та һис икеләнмәй мәктәпкә килә. Был һөнәр уға бала саҡтан таныш, сөнки әсәһе башланғыс кластар уҡытыусыһы.Уның үҙ эшен яратыуы, дәрестәр, балалар хаҡында ҡыҙыҡлы итеп һөйләүе Айгүзәл дә киләсәктә һөнәр һайлауҙа ҙур йоғонто яһай.
Инглиз теле уҡытыусыһы Илүзә Түләкова иһә хеҙмәт юлын тыуған мәктәбендә башлай. Ҡасандыр үҙе белем алған класта бөгөн ул балаларҙы уҡыта.Таныш мөхиттә эш башлап китеү уға ауыр булманы.Йәш белгестәргә тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы булған кәңәшсе-педагогтар беркетелгән. Улар йыл дауамында бергәләшеп дәрес пландары төҙөй, хаталар өҫтөндә эш алып бара.
Педагогтар етешмәүе районда ғына түгел республика кимәлендә лә киҫкен тора. Дәүләт тарафынан булдырылған махсус программалар һәм дәртләндереү саралары кадрҙар дефицитын хәл итеүҙең бер ысулы.




