Өфөлә йәш ғалимдарға аҡсалата сертификаттар тапшырыла

Быйыл Владимир Путин тарафынан Рәсәйҙә Фән һәм технологияларҙың 10 йыллығы иғлан ителде. Яңы уҡыу йылы алдынан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та юғары мәктәптә эшләгән йәш ғалимдарҙы, уҡытыусыларҙы яҡлау буйынса дәүләт программаларын киңәйтеү саралары хаҡындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Өмөтлө йәштәргә аҡсалата сертификат тапшырыу Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры Сергей Новиков тәҡдиме буйынса башҡарыла һәм ил етәкселеге ҡуйған йәш ғалимдарҙы яҡлау программаһын тормошҡа ашырыу өлгөһө булып тора.

Юғары техник уҡыу йортоноң ғилми советы 2022 йылдың июненән был тәҡдимде ғәмәлгә ашырыу хаҡында ҡарар сығарған. Матди дәртләндереү 39 йәшкә тиклем кадидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлаған йәштәргә, уларҙың ғилми етәкселәренә һәм консультанттарына тәғәйенләнә.

Беренсенән, йәштәрҙе бындай дәртләндереү аша беҙ кадрҙар потенциалын үҫтерә һәм йәшәртә алабыҙ. Икенсенән, яңы фәнни мәктәптәр асыла, йәштәр был матди ярҙамды артабан үҫешкә һәм ил, республика мәнфәғәтендә фәнни эҙләнеүҙәргә йүнәлтә.

Алексей Елизарьев, Өфө дәүләт авиация техник университеты проректоры

Юғары техник уҡыу йортоноң ғилми советы 2022 йылдың июненән был тәҡдимде  ғәмәлгә ашырыу хаҡында ҡарар сығарған. 13 сентябрҙән 4 фән докторына һәм уларҙың фәнни консультанттарына исемле аҡсалата сертификаттар тапшырылған. Ул  Рәсәй Федерацияһының Арктик зонаһында геомагнит әүҙемлек һәм поляр балҡыштарын системалы күҙәткән фән докторы Андрей Воробьев менән уның ғилми консультатына ла тапшырылған.

Ил, төбәк, университет етәкселеге йәш ғалимдарҙы матди дәртләндереп, беҙҙең  ғаиләләрҙе бағыу өсөн нисек аҡса эшләү мәсьәләһен еңеләйтә, фәндә ҡалыу һәм һөҙөмтәле эҙләнеүҙәр мөмкинлеге бирә. Был ярҙамдың мин яртыһын үҙемде үҫтереүгә,  ҡалғанын ғаиләмә бүләсәкмен.

Андрей Воробьев, Өфө дәүләт авиация техник университетының геомәғлүмәт системалар кафедраһы доценты, техник фәндәр докторы

Йәштәрҙе матди дәртләндереү үҙен аҡлай. Уларҙың бөтә ғүмере алда. Рәсәйҙә фән һәм технологияларҙың 10 йыллығы сиктәрендә ил иҡтисады үҫеше өсөн тантаналы йәштәрҙе әҙерләү өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.

Ольга Христодула, Өфө дәүләт авиация техник университетының геомәғлүмәт системалар кафедраһы мөдире, техник фәндәр докторы
Фото №1 - Өфөлә йәш ғалимдарға аҡсалата сертификаттар тапшырыла

Гүзәл Борханова

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ