Бөгөн Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” тигән беренсе халыҡ-ара конгресс башлана

Абруйлы сара “Киләсәкте төҙөү” паркы биләмәһендә ойошторола. Форумда Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин, Транспорт министры Виталий Савельев һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡатнашыуы көтөлә. Халыҡ-ара конгрестың төп партнеры – Беларусь була. Союздаш дәүләт делегацияһын премьер-министр Роман Головченко етәкләй. Форумда импортҡа алмаш, тармаҡта яңы алымдарҙы ҡулланыу, һанлы технологияларға күсеү мәсьәләләре күтәрелә. Асыҡ һауала халыҡ өсөн ҙур күргәҙмә ойошторола. Унда махсус техника, пилотһыҙ осҡостар, ретроавтомобилдәрҙе күрергә була, шулай уҡ һөнәри оҫталыҡ бәйгеһе уҙғарыла, байрам концерты ҡуйыла. “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы Нефтекамала тамамлана. Ҡалала “НефАЗ” компанияһының 45 йыллығы уңайынан байрам саралары уҙғарыла.

Фото №1 - Бөгөн Өфөлә “Транспорт һәм төҙөлөш” тигән беренсе халыҡ-ара конгресс башлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ