Бөгөн Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә

Урман ресурстары – Башҡортостандың иң мөһим милли байлығы. Республика биләмәләренең 40 процентын урмандар алып тора.  Башҡортостан урмандарында  башлыса  ҡайын, йүкә, ҡарағай,  уҫаҡ, шыршы  һәм имән үҫә. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре республика иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә, экология именлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен уңышлы хәл итә. Урмандарҙың майҙаны йылдан-йыл арта, уларҙың сифаты яҡшыра. Урман фондын һаҡлау, тулыландырыу, һөҙөмтәле файҙаланыу, урман янғындарын булдырмау буйынса әүҙем эш алып барыла. Урман тармағы алдында ағасты тәрән эшкәртеү буйынса конкурент һәләтле яңы етештереүгә бәйле мөһим бурыстар тора. Ағас эшкәртеүҙә заманса алдынғы технологиялар индереү, тармаҡҡа эре инвестициялар йәлеп итеү тураһында һүҙ бара.

Фото №1 - Бөгөн Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ