Өфөнөң Сипайлово биҫтәһенең Академик Королев урамында «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса яңыртылған ихата асылды.
Күптән түгел генә бында техника шаулаған, ә бөгөн ул балаларҙың шат тауышына күмелде. Таусыҡтар, бәүелсәктәр һәм башҡа ҡоролмалар – сабыйҙарға уйнарға бөтә шарттар булдырылған. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн тренажерҙар бар. Майҙанға йомшаҡ япма түшәлгән. Ихата тулыһынса үҙгәргән, тротуарҙар барлыҡҡа килгән, автомобилдәр өсөн дә урын бар.
Рәмилә Исмәғилева




