Баймаҡ ҡалаһында халыҡҡа сауҙа итеү өсөн махсус урындар булдырылды

Халыҡ үҙ продукцияһын һатыуға алып сығамы? Ауыл тауарҙарына ихтыяж ҙурмы? Ошо һорауҙарға яуапты БЮТ хәбәрселәре эҙләне.

Һатыусылар өсөн уңайлы шарттар. Ҡаланың Юбилей, Азанова урамдарында ауыл тауарҙары менән сауҙа итеү өсөн павильондар ҡуйылды. Быға тиклем махсус урын тик дауахана биҫтәһендә генә булғайны. Хәҙер иһә үҙәктә йәшәүселәргә ауыл хужалығы тауарҙары артынан алыҫ йөрөргә тура килмәйәсәк. 

Махсус урындар булдырылыуы һатыусылар өсөн дә, һатып алыусылар өсөн отошло. Сөнки экологик яҡтан таҙа ауыл хужалығы тауарҙарына һорау һәр саҡ ҙур. Баймаҡ ҡалаһынан Гүзәл Йәсәүиева ун дүрт йыл дауамында һөт ризыҡтары менән сауҙа итә. Йүнсел хужабикә 15 баш һыйыр һауып, йыл әйләнәһенә ағын эш итеп, һатыуға сығара. 

Стаханов урамында ҡауын-ҡарбуздар менән сауҙа итеү рөхсәт ителгән. Әлеге ваҡытта урам сауҙа нөктәләре биләмәрен тәртипкә килтереү буйынса эштәр бара. Махсус павильондарҙың булдырылыуы ҡала халҡына уңайлы урындан һөт ризыҡтарын, йомортҡа, йәшелсә-емештәрҙе һатып алырға мөмкинлек бирә.

Фото №1 - Баймаҡ ҡалаһында халыҡҡа сауҙа итеү өсөн махсус урындар булдырылды

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ