Өфөлә «Таҙа уйындар» квесы ойошторлдо

Унда ҡатнашыусылар ҙур күләмдә сүп-сар йыйып, ҡалдыҡтарҙы икенсе тапҡыр эшкәртеүгә оҙатты.

 Төбәктә 5-се йыл рәттән ойошторолған өмәлә ирекмәндәр сүп-сарҙы ярышып йыйып приз алыр өсөн мәрәйҙәр туплай. Экологик турнирҙа республика буйынса 250 тирәһе кеше ҡатнашҡан. Сентябрьҙә үткән халыҡ-ара таҙалыҡ көнөндә Башҡортостандың 10-лап майҙанында «Таҙа уйын» проекты сиктәрендә өмәләр ойошторолоу көтөлә.

Проекттың төп маҡсаты сүп йыйыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Беҙ халыҡты ҡалдыҡтарҙы бүлеп йыйырға өйрәтәбеҙ. Сүп йыйыуҙан тыш өҫтәмә һынауҙар ҡаралған. Иң күп мәрәй йыйған төркөмдәргә бағыусылар бүләктәре ҡаралған.

Максим Некрасов, «Таҙа уйындар» проектының Башҡортостан буйынса координаторы
Фото №1 - Өфөлә «Таҙа уйындар» квесы ойошторлдо

Флорида Ким

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ