Сара илдең төрлө төбәгенән 80-дән ашыу үҫмерҙәрҙе берләштерҙе. Фестиваль летчик-осоусы Муса Гәрәев иҫтәлегенә ойошторолдо. Саралар йәкшәмбе лә дауам итәсәк. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина.
Бөйөк Ватан һуғышында уның атаһы самолеттарҙы төҙөкләндереү менән шөғөлләнгән. Бөгөн улы ошо йүнәлештән йыраҡ китмәгән. Һаулыҡ мөмкинлектәре арҡаһында Салауат Фәзлетдинов летчик булыу хыялын тормошҡа ашыра алмай. Тормошон самолеттарһыҙ күҙ алдына килтерә алмай, бала саҡтан уҡ һауа менән янып йәшәгән уҙаман уларҙың моделдәрен яһай башлай. Бөгөн ул бер нисә быуын авимоделсе тәрбиәләүсе оҫта. Уның уҡыусылары республика кимәлендә генә түгел, ил чемпионаттарында ла танылыу яулаған.
Ярышта самолет моделенең һауала ни тиклем оҙаҡ осоуы баһалана. Үҫмерҙәр араһында рекорд әлегә бер минут. Юғары кимәлдәге бәйгеләрҙә 10 минутҡа тиклем осҡан моделдәр ҙә бар. Был, әлбиттә, моделдең төрөнән тора. Бәйге тотоусылар өсөн елле һауа торошо ла уңайлы булды.
Майҙанда дрон менән файҙаланыу оҫталығы ярышы ла уҙҙы. Ҡатнашыусылар алдында дрон менән идара итеп, трассалағы ҡаршылыҡтарҙы үтеү бурысы тора ине. Муса Гәрәевтың 100 йыллығына бағышланған сара майҙаны осраҡлы һайланмаған. Нәҡ ошо «Забельский» аэродромында буласаҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы тәүге тапҡыр штурвал артына ултырып һауаға күтәрелә.
Фестиваль өс көн дауамында барасаҡ. Йәкшәмбе еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙасаҡ. Фестиваль сағыу концерт номерҙары һәм авиашоу менән тамамлана.
Рәзилә Ғиниәтуллина







