Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа стела асылды

Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштергән сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Геройҙың ата-әсәһе Владимир Викторович менән Алина Олеговна, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар, муниципаль берәмектәр етәкселәре, хәрби-патриотик ойошма ағзалары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары ҡатнашты. 

Аҡ япма аҫтынан хәрби формалағы йәш егет ҡарай. Быйыл ғинуарҙа 27-һен генә тултырған офицер, әммә ҡараштары ҡыйыу, үткер. Максим Серафимов тормошта ла шулай була, тура һүҙле, ҡаһарман йөрәкле, физик яҡтан көслө. Бала саҡтан спорт менән шөғөлләнә, грек-рим көрәше буйынса республика беренселегендә еңеү яулай, спорт мастерына кандидат. Тап ошо сифаттары уны хәрби хеҙмәткә алып килә лә инде. Максим Рязандағы һауа-десант команда училищеһын тамамлай һәм хәрби хеҙмәтен Псков ҡалаһында дауам итә. Әммә Башҡортостандан айырылмай, тыуған төйәгенең ысын патриоты була.

Махсус тәғәйенләнештәге төркөм командиры, өлкән лейтенант Максим Серафимовтың подразделениеһы Украиналағы махсус операцияға быйыл февраль аҙағында юллана. Яҡташыбыҙ йәш булыуға ҡарамаҫтан үҙен батыр яугир итеп таныта. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ул 10 сәғәт тирәһе оборона тота, ҡаршы яҡтың көстәрен юҡ итә. Ә яндарына граната төшкәндән һуң Максим Серафимов уны кәүҙәһе менән ҡаплай һәм дуҫтарын үлемдән ҡотҡарып ҡала. Офицерға күрһәткән батырлығы өсөн «Рәсәй Геройы» исеме бирелә.

Хәтер сараһында ҡатнашыусылар парктың «Авангард» уҡытыу методика үҙәгендә лә булды. Бында Максим Серафимов исемендәге класс булдырылған. Киләсәктә был бүлмәлә хәрби-патриотик йүнәлештәге дәрестәр уҙғарыу ҡаралған.

Сарала ҡатнашыусылар әйтеүенсә, ҡыйыу яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү бик мөһим. Йәш быуын геройҙарҙы белеп үҫергә тейеш. Максим Серафимовтың яҙмышы иһә үҙе үк илһөйрлек, ҡаһарманлыҡ тураһындағы фильмға йәки әҫәргә торошло.

Башҡортостан башлығы «Патриот» паркында Геройҙар аллеяһын һәм хәрби техника экспозицияһын ҡараны, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, кадеттар менән аралашты. Республика ҡаһарман улдарын онотмай, батыр яугирҙарыбыҙҙың исемдәре мәңгеләштереләсәк, ә уларҙың яҡындары һәр ваҡыт хәстәрлек менән сорнап алынасаҡ, тине Радий Хәбиров. 

Фото №1 - Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа стела асылды

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ