Республика аграрийҙары ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләүҙе дауам итә

Уртаҡ көс менән ауыл хужалығы эшсәндәре 705 мең тонна силос һалған. Ауырғазы, Саҡмағош , Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ райондары был тәңгәлдә алдынғылар иҫәбендә. Район аграрийҙары 54 меңдән  72 мең тоннаға тиклем мал аҙығы туплаған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Саҡмағош районы баҫыуҙарында ҡеүәтле техника тауышы тынмай. Урындағы аграрийҙар 2400 гектар майҙанға сәселгән кукурузды алдағы ике аҙна эсендә йыйып алырға ниәтләй. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләү районда планға ярашлы алып барыла.

Мал аҙығын консервациялау махсус техника буйынса ойошторола. Ҡышҡылыҡҡа ҡаралған кукуруз  файҙалы сифаттарын юғалтмаһын өсөн ул көслө баҫым аҫтында  тултырыла. Йылы һауа температураһын яратҡан культураны тәүге һыуыҡтарға тиклем йыйып алыу мөһим.

Силос һалыуҙа Ауырғазы, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ райондарында ла эш йылдам  бара. Район аграийҙары 54 меңдән  72 мең тоннаға тиклем мал аҙығын туплап өлгөргән.  Башҡортостан хужалыҡтарында  дөйөм уңыштың 85 проценты йыйып алынған. Алдағы аҙналарҙа кампания тамамланыр тип көтөлә.

Фото №1 - Республика аграрийҙары ҡышҡылыҡҡа мал аҙығын әҙерләүҙе дауам итә

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ