Ағиҙел ҡалаһында – «Ижади майҙан»

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолған күләмле проект бөгөн республиканың төрлө район-ҡалаларынан сәнғәт һәм мәҙәниәт вәкилдәрен бергә йыйҙы. Ул «Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ» лозунгы аҫтына үтте. Сарала ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.

Тарихи фотоһүрәттәр хәтерҙе яңырта. Ул саҡта Риф Ғәбитов тәүгеләрҙән булып «Еҙ үксә» халыҡ бейеүен ҡуйып, тамашасыға тәҡдим итә. Тыпырҙау төрҙәрен арттырып, уны көсәйтеү өсөн үксәгә тимер ҙә ҡуялар. Билдәле хореограф әйтеүенсә, бейеү ҡуйғанда техника беренсе урында түгел. Иң элек бейеүҙәрҙең тарихын, үҙенсәлектәрен өйрәнергә кәрәк. Ошо фекерҙе ул сарала ҡатнашыусыларға ла еткерергә тырышты.

Ауылдарҙа профессиональ сәнғәт кадрҙарын арттырыу – көнүҙәк мәсьәлә. «Ижади майҙан» ошо маҡсатта ойошторолған. Сәхнә оҫталарын бәләкәйҙән тәрбиәләү мөһим. Был театр сәнғәтенә лә ҡағыла. Майҙанда ойошторолған оҫталыҡ дәресендә Илнур Лоҡманов мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәренә актерлыҡ оҫталығы күнекмәләрен күрһәтте.

Икенсе майҙанда ҡыл ҡәләм оҫталары йыйылды. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәнов оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларға билдәле башҡорт рәссамдары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт биреп, эш үҙенсәлеге менән таныштырҙы.

Рәссамдың төп ҡоралы буяу булһа, яҙыусы өсөн ул – һүҙ. Сағыу һүрәттәрҙәй, әҙәбиәт әҫәрҙәре лә бер илатып, бер көлдөрә. Ижадтың бит төп бурысы шул. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр әҙәбиәт майҙанда фекер алышыуға сығарылды. Бында журналист оҫталығына ла иғтибар йүнәлтелде.

Йәштәр өсөн сарала айырым майҙансыҡ ойошторолоуы осраҡлы түгел. Һуңғы йылдарҙа йәштәргә республика дәүләт власы органдары, йәмәғәт ойошмалары тарафынан да иғтибар арта. Егет-ҡыҙҙарҙың башланғыстары уңышлы тормошҡа ашырыла.

«Ижади майҙан» сиктәрендә йәмғеһе ун майҙансыҡ эшләне. Бер нисә ваҡытҡа сәнғәт һәм мәҙәниәт, әҙәбиәт вәкилдәре эшлекле һәм ижади мөхиткә сумды. Кино, гәзит-журналдар, ауыҙ-тел ижады мәсьәләләре лә күтәрелде. Әйткәндәй, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ойошторған проекттар бының менән генә сикләнмәй.

«Ижади майҙан» – башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауҙа һәм үҫтереүҙә эшләнгән сираттағы аҙым. Был йәһәттән төбәктәрҙә көс түгеүсе, сәнғәт өлгөләрен бар итеүсе хеҙмәткәрҙәр, коллектив етәкселәре бай мәғлүмәт, тәжрибә туплап ҡайтты. Тормошто ла бит ижади майҙан, мөхит биҙәй.

Фото №1 - Ағиҙел ҡалаһында – «Ижади майҙан»

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ