Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса үҙенең кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, имам Хәмзә хәҙрәт һәм протоиерей Виктор Иванов менән осрашты. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркынан улар хәрбиҙәргә ярҙам итеү өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.

Төбәк башлығы кәңәшсеһе һәм дин әһелдәре Украинаға барырға башҡорт батальондарын формалаштырыу этабында уҡ теләк белдергәйне. Радий Хәбиров алыҫ юлға сығыусыларға уңыштар теләне һәм Башҡортостан хәрбиҙәренә туғандары һәм яҡындарынан сәләмдәр тапшырҙы.

Наши батальоны уже вступили в бой. Сегодня на территорию СВО отправился мой советник. Он будет держать связь с бойцами, докладывать, что там происходит. Важно понимать, что необходимо нашим батальонам с учётом участия в боевых действиях. Мы уже подготовили для них комплекты осенней одежды. Я лично планирую сопровождать этот груз. И, конечно, будем держать связь с семьями военнослужащих. Они должны знать, что республика поддерживает их родных и близких, что у них всё хорошо.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы

Егеттәргә һоҡланырға ғына ҡала. Командование уларҙы “заманыбыҙҙың Төньяҡ амурҙары” тип атаны. Наполеонға ҡаршы халҡыбыҙ 28 полк индергән, һәм улар бөгөн дә беҙҙең өсөн данлыҡлы Төньяҡ амурҙары булып ҡала. Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙең тарихында ла һаҡланған улар. Бөгөнгө егеттәребеҙ ҙә рухи яҡтан көслө һәм ныҡ. Беҙ, дин әһелдәре, уларҙың иманын тағы ла нығытырға бурыслыбыҙ. Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр бит. Егеттәребеҙ менән еңеп ҡайтҡанға тиклем бергә булырға тырышасаҡбыҙ.

Хәмзә Хафизов, башҡорт батальондары имамы 
Фото №1 - Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ