Сараны Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто, төркмән милли-мәҙәни үҙәге ойошторған.
Был байрам Өфөлә тәүге тапҡыр ғына үтмәй, быйыл ул 10-сы тапҡыр ойошторола. «Ҡауын байрамы»нда төркмәндәрҙең милли аш-һыуҙары менән танышырға ла, ҡул эштәрен ҡарарға ла мөмкин. Программаны республикала төпләнгән төркмәндәр әҙерләгән концерт номерҙары ла биҙәй.
Быйыл да байрам иҫтәлекле, сағыу ваҡиғаларға бай булды. Был сара милләт-ара татыулыҡты, дуҫлыҡты нығытыу йәһәтенән оло әһәмиәткә эйә, ти байрамды ойоштороусылар. Бигерәк тә үҫеп килгән быуын өсөн, улар төрлө милләт халыҡтарының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен белеп үҫергә, хөрмәт итергә тейеш.
Рәмзиә Кәримова




