Был турала Башҡортостан башлығы Республика менән идара итеү үҙәгендә уҙған бөгөнгө оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
Әле муниципаль берәмектәрҙә ҡаҙанлыҡтарҙы, йылытыу селтәрҙәрендә төҙөкләндереү тамамланған тиерлек. Һауа температураһы 5 көн дауамында 8 градустан түбән булған осраҡта йылытыу миҙгеле асыла. Әммә синоптиктар әле көндәрҙең йылыныуын фаразлай.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле батареяларҙы тоҡандырыуға ихтыяж юҡ, тышта йылы, халыҡ тәҙрә-форточкаларҙы асып ҡуя башлаясаҡ. Ғәҙәттәгесә, социаль учреждениеларҙа йылытыу миҙгеле торлаҡ йорттарға ҡарағанда алдараҡ башлана. Әле 16 муниципаль берәмек медицина, мәғариф учреждениеларына йылы бирә башлаған.
Башҡортостан хужалыҡтарында иһә ураҡ компанияһы бара. Урып-йыйыу эштәре баҫыуҙарҙың 91 процентында тамамланған, бураларға 4 миллион 600 тонна ашлыҡ һалынған. Уртаса гектар ҡеүәте 29 центнерҙан ашыу.
Аграрийҙар әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа техника паркының яңыртылыуы эште тиҙләтә, ә бына келәттәрҙә һаҡлау өсөн урын етмәй. Республика башлығы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә лә техника хәстәрләргә ҡушты. Сөнки үткән йылдар тәжрибәһе муниципаль берәмектәрҙә ҡар таҙартыу техникаһының етешмәүен күрһәтте. Был үҙ сиратында урам-ихаталарҙың ваҡытында таҙартылмауына килтерә.
Рәмзиә Кәримова





