Иглин районы Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновты һуңғы юлға оҙатты

Ауыр юғалтыу. Иглин районы Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновты һуңғы юлға оҙатты. Шайморатов исемендәге батальон һалдаты тыуған ауылы Көҙәйҙә ерләнде. Матәм митингында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Фәтхетдиновтарҙың ҡайғыһын уртаҡлашып һалдаттың тормош иптәшенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Украиналағы махсус операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновты һуңғы юлға оҙатырға тотош ауыл халҡы йыйылды. Хәрбиҙең яҡындары, дуҫтары илһөйәр һалдаттың тормош юлын иҫкә алып, ҡаһарманлығын билдәләне.

Тоғро дуҫымды юғалттым. Денис менән мәктәп йылдарынан яҡын дуҫтар булдыҡ. Көслө рухлы, патриот, кешеләргә ярҙамсыл, ышаныслы кеше ине. Уның кеүек дуҫ – ысын бәхет.

Иван Князев, Денис Фәтхетдиновтың, яҡын дуҫы

Денис Фәтхетдинов мәктәп йылдарынан уҡ ҡыйыулығы һәм яуаплығы менән айырылып торған. Бокс менән шөғөлләнгән егет Өфөлә автотранспорт колледжында автомеханик һөнәрен үҙләштергәндән һуң контракт буйынса хеҙмәт иткән. Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашҡан.

Денис класташтары менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булды. Малай-ҡыҙҙар уның менән ихлас аралашты. Йылмайып, һәр саҡ бөхтә кейенеп йөрөнө. Ир-аттарға хас батырлыҡ сифаттары уның холҡонда бәләкәйҙән үк тойола ине.

Галина Исаева, Денис Фәтхетдиновтың башланғыс класс уҡытыусыһы

Һалдатты һуңғы юлға оҙатыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.Төбәк етәксеһе Украиналағы хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновтың тормош иптәшенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы, уның балаларына ярҙам күрһәтеләсәк, тип белдерҙе.

Денис Фәтхетдинов ысын герой булып иҫтә ҡалды, сөнки һалдат һуңғы һулышына тиклем батырҙарса тыуған иле өсөн көрәшкән. Һалдат уҡыған мәктәптә уның исемен мәңгеләштереү сараларын ойоштороу көтөлә.

Фото №1 - Иглин районы Украиналағы махсус хәрби операцияла һәләк булған Денис Фәтхетдиновты һуңғы юлға оҙатты
Башбат

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ