Республикала юл төҙөлөшө йылдам бара

Асҡын районы үҙәгенән Көнгәк ауылына асфальт түшәү буйынса эштең яртыһы үтәлгән. Төҙөлөш графикка ярашлы, 2024 йыл аҙағына билдәләнһә лә, юлсылар ваҡытынан алда тамамларға ниәтләй. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Миҙгел әйләнәһенә был юлдан машинала түгел, йәйәүләп тә йөрөүе ҡатмарлы. Йылдарға һуҙылған проблема, ниһайәт, бөгөн хәл ителә. Төҙөлөш эштәре ойошҡанлы бара, тотҡарлыҡтар күҙәтелмәй. Ә бригадала тик тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Улар араһында тиҫтә йылдан ашыу эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар.

Район үҙәгенән Көнгәк ауылына тиклемге автомобиль юлындағы участкала капиталь ремонт беренсе тапҡыр башҡарыла. Шуға асфальт ҡалынлығы ла 7 сантиметр. Тәүҙә ул тигеҙләнеп, унан һуң өҫтәмә рәүештә ныҡлап түшәлә.

Дәүләт контрактына ярашлы, капиталь ремонт 10 саҡрым да 400 метрға иҫәпләнгән. Транспорт ағымы көйләнгән. Шуға ла тығындар күҙәтелмәй.

Фото №1 - Республикала юл төҙөлөшө йылдам бара

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ