2019 йылда яңы инвестиция проекты сиктәрендә ултыртылған алмағастар бөгөн 80 гектар ерҙе биләй. Бер нисә йылдан хужалыҡ майҙанды тағы ла киңәйтергә ниәтләй. Уңыш йыйыу мәлендә БЮТ ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Фәриҙә Үләмәева ғүмере буйы Шишмә питомнигында эшләй. Быға тиклем ул емеш-еләк үҫтерһә, бына инде өс йыл алма үҫентеләрен тәрбиәләй. Лоба сортлы алмағас быйыл беренсегә уңыш бирә.
Алмағастарға һыу махсус система ярҙамында һибелә, тамырына ашлама индерелә. Ағасҡа беркетелгән тимерсыбыҡтар – шпалер системаһы – ботаҡтарҙы уңыш ауырлығынан һыныуҙан һаҡлай. Ә Алманың өлгөрөүе люголь ярҙамында тикшерелә. Ул емеште зәңгәр төҫкә буяһа, алма өлгөрмәгән.
Алмағастар ултыртылғандан алып бишенсе йылына ныҡлап емеш бирә башлай. Тулы ҡеүәтенә эшләгән хужалыҡ гектарынан 30-35 тонна емеш йыйырға ниәтләй. Артабан питомникта уңышты йыл әйләнәһенә һаҡлау өсөн һыуытҡыстар алыу, махсус келәттәр булдырыу ҡарала.
Әле уңыштың ҙур булмаған өлөшө йыйылған. Бер аҙнанан алмалар тулыһынса өлгөрәсәк. Тимәк, республика магазиндары кәштәләрен Шишмә районында үҫтерелгән яңы сорт алмалар байытасаҡ.
Лилиә Мәҡсүтова




