Башҡортостандың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры Кремль һарайында сығыш яһаны. Сәфәр «Беҙ – Рәсәй!» федераль программаһы сиктәрендә ойошторолдо.
Республиканың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев етәксегелендәге коллектив баш ҡала тамашасыһына Евгений Чугаевтың «Эжен батыр» музыкаль әҫәрен тәҡдим итте. Фестивалдә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, музыка башҡорт халҡының үҙенсәлеген сағылдырырылыҡ итеп һайланған. Башҡорт милли коллективын тыңлар өсөн мәҙәни сараға Мәскәүҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа килгән.
Башҡортостандың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры фестивалдә илдең иң яҡшы 15 коллективы иҫәбендә сығыш яһаны. Илдең төп сәхнәһендә башҡорт ҡурайы, рус балалайкаһы, чечен пондары һымаҡ төрлө музыкаль инструменттарҙы ишетергә мөмкин ине.
Фестиваль Фридрих Липстың хәйриә фонды башланғысында Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы ярҙамында ойошторолған. Беренсе тапҡыр уҙғарылған форум Рәсәй халыҡтары мәҙәни мираҫы йылының иң төп сараларының береһе һанала. Ә инде октябрҙә республикабыҙҙың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры илдең баш ҡалаһына айырым концерт менән барырға әҙерләнә.
Рәзилә Ғиниәтуллина




