Республикала “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы бара

Уны асыу тантанаһы бөгөн була. “Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Беларусь, Ирандан ҡунаҡтар көтәбеҙ”, тип белдерҙе  Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Форум Өфөлә Рубеж урамы, 178 адресы буйынса урынлашҡан “Конгрестар” паркында ойошторола.

Республикала “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы бара

Конгрестар” паркында ойошторолған транспорт һәм төҙөлөш күргәҙмәһе 23 сентябргә тиклем эшләй. Уның менән иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 8-се яртыға тиклем танышырға мөмкин. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға экспозиция менән колледж уҡыусыларын да таныштырыуҙы ойошторорға ҡушты. Форум барышында “Амкодор” заводын төҙөүгә старт биреү көтөлә.

Фото №1 - Республикала “Транспорт һәм төҙөлөш” халыҡ-ара конгресы бара
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ